07:47 (UTC+5), 19 Апреля 2019

Башҡортостанда ужым ашлыҡтары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда ужым ашлыҡтары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин. Һүҙ, атап әйткәндә, көньяҡ урман-дала – Шишмә, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, шулай уҡ Урал алды зонаһы райондары хаҡында һүҙ бара, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта сәсеү майҙандары тикшерелә. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, айырыуса ужым бойҙайы зыян күргән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ужым ашлыҡтарының һәләк булыуы арҡаһында Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл индерергәме, юҡмы икәнлеге тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
Республикала ужым ашлыҡтары һәләк булыуының сәбәбе — уңайһыҙ һауа шарттары һәм бөртөклөләрҙең сирҙәре. Аграр ведомствола әйтеүҙәренсә, ер туңып өлгөрмәгән, туңмаған тупраҡҡа ҡар ятҡан. Шул сәбәпле бәшмәк ауырыуы өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән.
Башҡортостанда ужым культураларының дөйөм майҙаны – 429 мең гектар. Әлегә нисә гектарҙың яңынан сәселергә тейешлеге тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.
«Республикала ғәҙәттән тыш хәл индерелгән осраҡта, аграрийҙарға килтерелгән зыян федераль ҡаҙнанан ҡаплана. Әйтәйек, сәсеү майҙаны страховкаланған икән, 100 процент ҡаралған. Страховкаланмаған осраҡта, 50 процент ҡына», — тине Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика