08:50 (UTC+5), 18 Апрель 2019

Ҡырымда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы үҙ эшен башланы

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Ҡырым Республикаһында юбилейлы, V Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы башланды. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, сарала 100 илдән өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу проблемаларын, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, милли валюталарҙа иҫәпләшеүгә күсеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерә.
Быйылғы форумдың төп темаһы — «Донъя. Рәсәй. Ҡырым. Яңы донъяуи ысынбарлыҡ». Бөтәһе 60-лаған сара уҙғарыу ҡаралған, шуларҙың 40-ҡа яҡыны — профилле секциялар. Ялта форумында ҡатнашыусыларға күләмле спорт күргәҙмәһе һәм мәҙәни программа тәҡдим ителә. Форумда тәүге тапҡыр «ТЭФИ-Капитал» премияһын тапшырыу тантанаһы була. Был — Рәсәй телевидениеһы академияһы һәм Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы булдырған яңы телевизион премия. Хәҙер йыл һайын Ялта форумында Ҡырымда эшҡыуарлыҡ үҫешен һәм бизнес-процестарҙы яҡтыртҡан иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларын бүләкләү күҙаллана.
Башҡортостан форумда айырым майҙансыҡ итеп күрһәтелгән. Бында гастрономик туризм, фермерҙарға ярҙам итеү һәм кооперацияны үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү ҡаралған.
Иртәгә форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сығыш яһауы көтөлә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика