07:12 (UTC+5), 18 Апреля 2019

Рөстәм Миңлеханов республикалар араһындағы килешеү тураһында: татар туғандарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов 18 апрелдә Өфөлә ике хөкүмәт араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Килешеүгә Башҡортостанда Татарстан көндәрен уҙғарыу барышында ҡул ҡуйылды.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөнгө хөкүмәт-ара килешеүе ҙур әһәмиәткә эйә.
«Башҡортостан предприятиеларының күбеһе Татарстан предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ләкин ике республика араһындағы тауар ағымын тағы ла арттырырға кәрәк. Тауарҙар исемлеген йылдан-йыл арттырыу мөһим», — тине республика етәксеһе һәм «Татарстан Республикаһы көндәрен үткәреү беҙҙең хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтер» тигән ышаныс белдерҙе.
Ошо маҡсатта тиҙҙән Татарстанда Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге асыла. Башҡортостанда Татарстандың ошондай вәкиллеге күптән эшләй.
«Башҡортостан Рәсәй республикаларынан тәүгеләрҙән булып хәҙерге дәүләтселектең 100 йыллығын билдәләй. Үҙенең юбилейына ул һәйбәт иҡтисади күрһәткестәр менән аяҡ баҫты. Төбәктәребеҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн бай потенциалды бойомға ашыра алыр тип ышанам. Ике республика араһында һәр ваҡыт дуҫтарса мөнәсәбәттәр булды һәм булыр. Татар туғандарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа», — тип белдерҙе Рөстәм Миңлеханов.
Татарстан Президенты һүҙҙәренсә, ике туғандаш республиканың хөкүмәттәре араһындағы килешеү «мөнәсәбәттәрҙә яңы этапты билдәләй».
Әлеге ваҡытта Башҡортостан менән Татарстан араһындағы тауар әйләнеше 34 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, ләкин иҡтисади ҡеүәт файҙаланып бөтөлмәгән.
Әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн өҫтөнлөклө өлкәләр иҫәбендә — ауыл хужалығы, туризм, нефть химияһы производствоһы, инновациялар, мәҙәниәт һәм мәғариф.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика