06:47 (UTC+5), 17 Апреля 2019

Республикала текстиль һәм төрөү материалы етештереү күҙаллана

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда импортты алмаштырыусы производстволар асыу күҙаллана. Проекттар Хөкүмәттәге «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. «Славрос» йәмғите Благовещенда геотекстиль сығарыу буйынса инновациялы производство асырға йыйына. Компания етәксеһе Александр Фадеев билдәләүенсә, әле Рәсәй был продукцияны сит илдәрҙән һатып ала. Яңы производствоға 750 миллион һумға яҡын инвестиция талап ителә, 150 эш урыны барлыҡҡа килә.
Импортты алмаштырыу өлкәһендәге тағы бер инвестиция проекты Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылында тормошҡа ашырыла. Был – күп ҡатлы асептик төрөү материалы сығарыу буйынса завод. Май-июнь айҙарында унда ҡорамалды монтажлау башлана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә, 110 эш урыны булдырыла.
«Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып һөт һәм шыйыҡ аҙыҡтар өсөн төрөү материалдарын сығара башлайбыҙ, – тине «Стерэкс Пак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты инициаторы Сергей Титов. – Илдең аҙыҡ-түлекте төрөү материалы баҙарының 12 процентҡа тиклемен беҙҙең продукция тәшкил итергә тейеш. Ҡаҙағстанда һәм Урта Азия илдәрендә беҙҙең производствоға ҡыҙыҡһыныу белдерҙеләр ҙә инде».
Инвестиция комитеты проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү һәм дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеүҙе ҡарау тураһында ҡарар ҡабул итте, тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика