08:22 (UTC+5), 12 Апреля 2019

Дәүләт Думаһы баҡсасыларға һыуға лицензиялар буйынса «ҡотолоу юлы» ҡалдырҙы

1dacha-sad.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләт Думаһы депутаттары «Ер аҫты байыҡтары тураһында»ғы законға төҙәтмәне ҡабул итте. Уға ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле ғариза биреп, бушлай лицензия алһа, ер аҫты һыу сығанаҡтарын файҙаланған өсөн һалым түләүҙән азат ителә. Ошо датанан һуң ширҡәткә лицензия алыу мәжбүригә әйләнә, сөнки, законға ярашлы, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланған өсөн түләргә кәрәк.
Хәҙер ер аҫты һыуҙарын көнкүреш маҡсатында ҡулланыу өсөн лицензия 7,5 мең һум тора, ул 25 йыл ғәмәлдә була.
Ғәмәлдәге нормаға ярашлы, бер нисә шартты үтәгәндә, шәхси участкала һыуҙы бушлай файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн скважинаның тәрәнлеге – 30 метрҙан, ә сығарылған һыуҙың күләме 100 кубометрҙан артмаҫҡа тейеш (әгәр был һыу эшҡыуарлыҡ өсөн тотонолмаһа).
Әгәр баҡсасылыҡ ширҡәттәре 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем ошо алымдан файҙалып өлгөрһә, мәсьәлә оҙаҡ йылдарға хәл ителә. Юҡ икән, ширҡәт, ҡатнашыусыларҙан аҡса йыйып, лицензия алырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика