06:32 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Рәсәйҙәр лайыҡлы тормош өсөн кәрәкле хеҙмәт хаҡын атаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙәргә айына уртаса 66 мең һум самаһы эш хаҡы алырға кәрәк – лайыҡлы тормош өсөн шул етә. Мәскәүҙәргә бының өсөн 100 мең тирәһе, ә Санкт-Петербургта йәшәүселәргә 91 мең кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты үткәргән тикшеренеү мәғлүмәттәренә һылтанма менән «Российская газета» баҫмаһы хәбәр итә.
Граждандарға «Лайыҡлы йәшәү өсөн һеҙҙең ҡалала кеше күпме эш хаҡы алырға тейеш?» тигән һорау бирелгән.
«Петербургта һәм Мәскәүҙә генә түгел, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан Химки, Балашиха һәм Подольск ҡалаларында ла теләгән хеҙмәт хаҡының иң юғары уртаса күрһәткестәре билдәләнгән. Барнаулда һәм Якутскиҙа йәшәүселәр айына — 55 мең, Улан-Удела — 54 мең, Читала 50 мең һумға риза», — тип асыҡлыҡ индерҙе Финанс университеты проректоры Алексей Зубец.
Тикшеренеү барышында йәшәү сифаты стандартын тәшкил иткән төп уңайлыҡтар йыйылмаһы билдәләнгән. Улар — шәхси йорттоң йәки машинаның булыуы, сифатлы дауа һәм белем алыу мөмкинлеге, яҡшы туҡланыу, шул иҫәптән кафеларҙа һәм ресторандарҙа, спорт йәки яратҡан эш менән шөғөлләнеү, театрға, күргәҙмәгә йөрөү, ҡыҙыҡлы эш, сәйәхәт итеү.
Ҙур һәм урта ҡалаларҙа йәшәгән рәсәйҙәрҙең 24% килемдең лайыҡлы кимәленә өлгәшеүен билдәләй, 19% алдағы биш йылда шуға яҡынлашырға ниәтләй, 48% бер ҡасан да быға ирешмәүе хаҡында хәбәр итә.
Мул тормошта йәшәүгә өлгәштек тип раҫлаған кешеләрҙең күпселеге Ҡазанда, Мәскәүҙә, Грозныйҙа, Махачкалала һәм Симферополдә билдәләнгән. Алдағы биш йылда килемдең лайыҡлы кимәленә өлгәшеренә ышанғандарҙың күбеһе Владивостокта, Хабаровскиҙа, Читала, Красноярскиҙа һәм Якутскиҙа йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика