08:47 (UTC+5), 10 Апрель 2019

Moody's агентлығы Башҡортостанды Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан уңышлы төбәктәре иҫәбенә индерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Алдағы ике йылда Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан иң уңышлы төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта Moody's рейтинг агентлығы тикшеренеүенә һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Рейтинг агентлығы аналитиктары фекеренсә, илдең иҡтисади имен субъекттары иҫәбенә Башҡортостан менән бер рәттән Ханты-Манси автономиялы округы һәм Татарстан, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре ингән.
«Нефткә хаҡтарҙың юғары булыуы һәм һумдың девальвацияһы һөҙөмтәһендә сеймал сығарған төбәктәргә инвестициялар көслө. 2019 йылда иҡтисади шарттар үҙгәрмәҫ тип көтәбеҙ», — тип билдәләй аналитиктар.
2018 йылда Башҡортостанда тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һумға еткән тиерлек, йәғни бер йыл элекке менән сағыштырғанда, бер процентҡа күберәк. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышындағы сығышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
«Сәнәғәттә етештереү күләме 3,4 процентҡа артҡан, был илдәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ (Рәсәйҙә — 2,9%). Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше әүҙемләшкән. Шуға ҡарамаҫтан, иҡтисади үҫеште дауам итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлау зарур», — тине Хәбиров.
Бынан алда Moody's агентлығы Башҡортостандың оҙайлы кредит рейтингын позитив фараз менән «Ва2» кимәлендә раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика