12:28 (UTC+5), 10 Апрель 2019

Башҡортостанда ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы.
2019 йылдың 20 апреленән 20 майына тиклем Башҡортостанда халыҡ, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында урман ултыртыу айлығы уҙғарыла.
Министрлыҡта республика райондарының административ үҙәктәре эргәһендә дөйөм майҙаны 400 гектарҙан ашыу 120 урман участкаһы һайлап алынған. Бер миллион 600 меңдән ашыу үҫенте ултыртыу күҙаллана. Быйыл бөтәһе 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда йәш ағастар ултыртыла.
Айлыҡ барышында 27 апрелдә «Ағас ултырт — ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында «Йәшел Башҡортостан» берҙәм республика акцияһы үткәрелә. Уны барлыҡ муниципаль райондар, ҡала округтары биләмәләрендә, урман фонды һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ойошторалар. Теләгән һәр кем акцияла ҡатнаша һәм ағас ултырта ала. Бының өсөн картала урын һайлап, шунда барырға кәрәк.
Ағас ултыртыу өсөн ике дата билдәләнгән — 27 апрель һәм 18 май. Ирекмәндәргә айырым участкалар бүленгән. Картала һәр райондағы ойоштороусылар тураһында ентекле мәғлүмәт, уларҙың бәйләнеш телефоны баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика