ӨФӨ, 2019 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штрафтар индергән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Законды ҡабул итеү өсөн 92 депутат тауыш бирҙе, 8-ҙе ҡаршы булды. Закон проекты 28 мартта тәүге уҡыуҙа ҡабул ителеп, уны
еренә еткереп эшләү бурысы йөкмәтелде. 4 апрелдә парламент комитетында депутаттар тәҡдим иткән 8 төҙәтмә ҡаралды. Фекер алышыуҙан һуң улар кире ҡағылды. Аҙаҡҡы редакцияла
йәшелләндерелгән биләмәнең билдәләмәһе генә үҙгәрҙе. Был — «йәйәүлеләр, велойәйәүлеләр һәм велосипед юлдарының, юлдарҙың ҡаты япмаһы менән сиктәш булған үлән, сәскә һәм (йәки) ағас-ҡыуаҡтар менән ҡапланған ер участкаһы».