06:09 (UTC+5), 08 Апрель 2019

Республикала экологик өмәләрҙә 319 мең кеше ҡатнашты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 апрелдә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында экологик өмәләр үтте. Учалы районында һәм Сибайҙа ғына акцияны үткәреүгә һауа торошо ҡамасауланы. Өмәгә 319 280 кеше һәм 3056 берәмек техника сыҡты. 5532 ихата, 107 ял итеү урыны, 63 хәрби мемориал тәртипкә килтерелде.
15 690 ойошма үҙҙәренең биләмәһен таҙартты. 110 261 кубометр сүп-сар сығарылды. Өмәләр уҙғарылған урындар янында 189 байрам сараһы һәм 846 ҡайнар аш менән туҡланыу нөктәһе ойошторолдо.
Өмәләргә 34 республика власть органының 800 хеҙмәткәре сыҡты. Улар Өфөнөң 11 скверында эшләне һәм 10 мең тонна сүп-сар йыйҙы.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев ошондай һандар килтерҙе. Ведомство башлығы киләһе республика өмәһенең 27 апрелдә буласағын иҫкә төшөрҙө. Сүп-сар йыйыуҙан тыш, фасадтарҙы йыуыуға, ҡоймаларҙы һәм бордюрҙарҙы буяуға, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә, ағас ботаҡтарын киҫеүгә, йәшелләндереүгә лә иғтибар бүлергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡала-ҡасабаларҙың таҙалыҡ стандарттары «юғары», уларға тап килергә кәрәк. Ул үҙенең Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға өмәләрҙең һөҙөмтәлелеген тикшереү өсөн апрель аҙағында — май башында муниципалитеттарға эксперттар ебәрергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика