09:03 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Быйыл Башҡортостанда бер нисә ҙур малсылыҡ комплексы эшләй башлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2019 йылда бер нисә ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлөшө тамамлана. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов журналистарға Йәрмәкәй районында 2800 һыйырға иҫәпләнгән «Семен-Маҡар» ҙур малсылыҡ комплексы сафҡа индереләсәге, унда йылына 22 мең тоннанан ашыу юғары сортлы һөт етештереләсәге хаҡында һөйләне. Бындай 3200 баш һөт тоҡомло йәш мал аҫрау өсөн майҙансыҡтар ҙа була. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 3 миллиард һум тәшкил итә. Комплекста 112 яңы эш урыны булдырыла. «Төньяҡ Нива Башҡортостан» компанияһын ойоштороусы — «ЭкоНива» Рәсәй-Германия компаниялар төркөмө. Штаб-фатиры Воронежда урынлашҡан. Уға Штефан Дюрр нигеҙ һалған.
Ҡалтасы районында «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1200 һауын һыйыры өсөн беренсе мега-ферма төҙөлөшөн тамамлай. Әбйәлил районында иһә Башҡортостандағы тәүге роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы эшләй башлай. «Ҡыҙыл Башҡортостан» хужалығы инвестиция проектының дөйөм хаҡы — 420 миллион һум самаһы. Яңы төҙөлгән ике тентлы һыйыр аҙбарына 12 Lely Astronaut A5һауыу роботтары ҡуйыла. Инвестиция проекты ҡара-сыбар тоҡомло 800 тана һатып алыуҙы күҙ уңында тота. Һөҙөмтәлә бында һөт етештереү йыл һайын 7,2 мең тонна тәшкил итергә тейеш.
«Апрелдә Шишмә һөт заводы тулы ҡеүәтенә сыға. Эшҡыуарҙарҙың республикабыҙ биләмәһендә бизнесты үҫтереүгә аҡса һалыу менән ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам алырға мөмкинлек биргән шарттар тәҡдим итәбеҙ, һәр проект «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәләрендә ентекле тикшерелә. Бөгөн республика агросәнәғәт комплексы — инвестициялар һалыу йәһәтенән иң мөһимдәренең береһе», — тине Илшат Фәзрахманов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика