11:15 (UTC+5), 04 Апрель 2019

Олег Полстовалов: Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күпселек хеҙмәткәрҙәре — намыҫлы һәм тәртипле кешеләр

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күпселек хеҙмәткәрҙәре — намыҫлы һәм тәртипле кешеләр.Ошо хаҡта министр вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов «Йәмәғәт электрон гәзите»нең онлайн-конференцияһы барышында белдерҙе.
«Айырым хеҙмәткәрҙәр буйынса һорауҙар бар, кем менәндер хушлашырбыҙ, ҡайһыларын тәфтишселәр тикшерер, ләкин хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге намыҫлы һәм тәртипле кешеләр, — тине Полстовалов. — Коррупция — сәбәп түгел, ә һөҙөмтә. Дәүләт хеҙмәткәренең үҙен намыҫлы тотоуы коррупция күренештәренә юл ҡуймай. Кешеләрҙе шуға өйрәтергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, намыҫлы, закон буйынса эшләйек. Барыһы ла бик ябай: әгәр һин законға ярашлы эшләйһең икән, бер нимәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Әгәр кеше законды урап үтергә маташһа, хәүеф зонаһына эләгә һәм бөгөн минән элек эшләгән етәксе кеүек хәлгә төшә».
Экс-министр Евгений Гурьевтың ҡулға алыныуына аңлатма биреп, Олег Полстовалов бының «коррупция күренештәре, дәүләт милкен законһыҙ тартып алыу, уның бөтөн көйө һаҡланыуы мәсьәләләрендә социаль ғәҙеллекте тергеҙеү элементы» булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күпселек өлөшө буйынса мәсьәләләр гражданлыҡ-хоҡуҡи яҡтан ҡарала.
«Енәйәти яҡтан да фигуранттар булыр әле тип уйлайым, — тине ул. — Ләкин фамилияларҙы тәфтишселәр әйтер. Беҙҙең бурысыбыҙ — киләсәктә тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймау».
Министр вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, ошо факттар прокурор тикшереүе барышында билдәле булған. Бынан тыш, министрлыҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ла прокурор күрһәтмәһе бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Евгений Гурьев 2019 йылдың 20 майына тиклем һаҡ аҫтына алынды. Экс-министр ер участкаларын һатҡанда вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика