13:11 (UTC+5), 04 Апреля 2019

Башҡортостанда газондағы парковка өсөн штраф тураһында закон аҙаҡҡы ҡарауға индерелде

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Республика Дәүләт Йыйылышы комитеты депутаттары газондағы парковка өсөн штраф тураһында закон проекты өҫтөндәге эште тамамланы. Аҙаҡҡы редакцияла йәшелләндерелгән биләмәнең билдәләмәһе генә үҙгәртелде. Был — «йәйәүлеләр, велойәйәүлеләр һәм велосипед юлдарының, юлдарҙың ҡаты япмаһы менән сиктәш булған үлән, сәскә һәм (йәки) ағас-ҡыуаҡтар менән ҡапланған ер участкаһы».
Депутаттар икенсе уҡыуға бөтәһе һигеҙ төҙәтмә тәҡдим итте. Әйтәйек, Дмитрий Чувилин йортта йәшәүселәргә «парковка өсөн файҙаланылған» биләмәләрҙә машиналарын ҡалдырырға рөхсәт итеү тәҡдимен индерҙе. Уға ҡаршы төштөләр, сөнки халыҡ милекселәр йыйылышын үткәреп, үҙҙәренең ихатаһында ҡайҙа парковка булырға тейешлеген хәл итеүе мөмкин.
«Беҙ бындай ҡарарҙарға ҡамасауламаҫбыҙ», — тине Өфө мэрының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.
Депутат Александр Дегтев төрлө машиналар өсөн эҙмә-эҙлелек тәҡдим итте. Уның фекеренсә, юридик берәмек исемендә булған һәм газонда ҡалдырып кителгән бәләкәй автомобиль шәхси йөк машинаһына ҡарағанда аҙыраҡ зыян килтерә, ә штрафты күберәк түләй. Бынан тыш, депутат әйтеүенсә, закон ҡуртымға алынған машиналарҙың парковкаһы өсөн яуаплылыҡты иҫәпкә алмай. Кеше ҡуртымға алынған автомобилде газонда ҡалдырып китә, юридик берәмеккә штраф яҙыла, ә ысынында уны ғәйепле водитель түләй.
Был төҙәтмәләр ҙә үтмәне. Юристар әйтеүенсә, ҡануниәт автомобилдең ҙурмы-бәләкәйме икәнен айырып ҡарамай, ә автомобилде ҡуртымға алған осраҡта штраф былай ҙа юридик берәмеккә түгел, ә водителгә һалына.
Ҡалған төҙәтмәләр техник характерҙа булды йәки башҡа закондар менән көйләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика