05:36 (UTC+5), 03 Апреля 2019

Радий Хәбиров ашығыс ярҙам табиптарына һәм фельдшерҙарына: Һеҙҙең эшегеҙ ауыр, әммә бик кәрәкле

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Кадрҙар мәсьәләһе республиканың ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәтендә төп проблемаларҙың береһе булып тора. Бригадаларҙың 30 проценты саҡырыуҙарға бер фельдшер менән генә сыға, ә федераль нормативтар буйынса ике медик булырға тейеш. Федераль үҙәк һәм республика бюджеты яғынан финанс ярҙамы менән санитар автотранспорт паркы 60 процентҡа яңыртылды һәм ашығыс ярҙам станциялары тейешле медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған 200 самаһы автомобиль алды. Ләкин тағы ла 140 берәмек санитар машина кәрәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ашығыс медицина ярҙамы табиптары һәм фельдшерҙары менән осрашыуҙа республиканың ошо системала йыйылған проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
«Хәҙер һеҙҙең өсөн ҡатмарлы осор, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә үҙгәртеп ҡороу бара. Беҙ һеҙҙең эшегеҙҙең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнен аңлайбыҙ», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ашығыс ярҙам фельдшеры сертификатын алыу өсөн буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен дуаль уҡытыу тураһында медицина колледжы директорҙары менән һөйләшеп килешелгән. Быйыл 80 белгескә диплом менән бер рәттән ошондай сертификат тапшырыла.
Башҡортостандың ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәге етәксеһе Марат Йыһаншин үҙ ваҡытында транспорт буйынса аутсорсингка күсеүҙең мәжбүри сара булғанлығын билдәләне.
«Беҙҙә бер ҡасан да туҡтамаған һәм тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләгән 12-13 йыллыҡ автомобилдәр бар ине. Беҙ шул тиклем ярлы инек, сараһыҙлыҡтан аутсорсингка күстек».
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика йыл һайын 20-30 йыһазландырылған автомобиль һатып алырға әҙер, бюджетта бының өсөн аҡса табырҙар.
Тағы ла бер проблема — ашығыс ярҙам бригадаларының именлеген тәьмин итеү. Ҡабул ителгән федераль закон табиптарҙы һәм фельдшерҙарҙы ниндәйҙәр кимәлдә яҡланы. Ләкин, Йыһаншин һүҙҙәренсә, штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта ашығыс ярҙам бригадалары полицияның килеүен сәғәттәр буйы көтә, был мәсьәләлә Эске эштәр министрлығы менән үҙ-ара аңлашыу кәрәк.
Радий Хәбиров әлеге мәсьәләне үҙенең контроленә аласағын һәм уны Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге менән тикшерәсәген әйтте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, үҙ сиратында, милли проект сиктәрендә ашығыс ярҙам бригадаларын берҙәм система аша полиция хеҙмәткәрҙәрен ашығыс саҡырыу мөмкинлеге ҡаралған мобиль планшеттар тәьмин итергә ниәтләй.
Башҡортостан етәксеһе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ашығыс ярҙамда эшләгән фельдшерҙарҙың социаль гарантияларына иғтибар итеүҙәрен һораны. Максим Забелин тиҙҙән раҫлауға тәҡдим ителергә тейешле «Башҡортостан фельдшеры» республика программаһында урта медицина персоналын дәртләндереү саралары ҡаралғанын билдәләне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика