08:11 (UTC+5), 02 Апреля 2019

Радий Хәбиров: Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү проблемаһын мотлаҡ хәл итербеҙ

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың инициативалы төркөмдәре вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа ағымдағы хәл һәм «Миловка паркы», «Көмөш шишмә», «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплекстары, «БашИнвестДом», «Меркурий», «Төҙөүсе» (Өфө), «Интеграл» (Нефтекама), «Башстрой» (Стәрлетамаҡ) йәмғиәттәре төҙөгән йорттар өлөшсөләренең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр итә республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Беҙҙә өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү эше системалы алып барыла. Бының менән үҙем шөғөлләнәм. Һәр дүшәмбе «Төҙөлөш сәғәте»н алданған өлөшсөләрҙең һорауҙарын ҡарауҙан башлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Артабан да һеҙҙең менән осрашырға әҙермен. Был эш – беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Был беҙҙең – дөйөм проблема, уны мотлаҡ хәл итербеҙ».
Бөтә мәсьәләләр ҙә конструктив хәл ителергә тейеш, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Объекттар төҙөлөшөн тамамлауҙың финанс һәм юридик схемаларын әҙерләү, инвесторҙар эҙләү өсөн дәүләт яуаплы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика