09:11 (UTC+5), 02 Апрель 2019

Башҡортостанда алты йылда юлдарҙы төҙөкләндереүгә 33,4 миллиард һум тотоноу ҡаралған

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. 9,4 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 24 миллиарды берләштерелгән республика ҡаҙнаһынан бүленә.
«Проектты тормошҡа ашырыу барышында федераль финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеге лә өйрәнелә», — тип билдәләнеләр республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының эшсе төркөмө ултырышында.
Шулай уҡ быйыл Өфөлә 77 юл объектын төҙөкләндерергә йыйыныуҙары билдәле булды. Атап әйткәндә, улар — Октябрь проспекты, Бөрө тракты, Ленин, Комаров, Калинин, Баҡалы, З.Биишева, Сипайлово урамдары, Өфө — Шакша — М5 Урал, Өфө — Аэропорт, Өфө — Охлебинин, 8-се Март — Алексеевка автомобиль юлдары. 2019 йылда Баландин бульварын төҙөү башлана, унда эштәрҙе 2020 йылға тамамлау күҙаллана.
Бынан тыш, Өфө — Шишмә трассаһында ҡаршылыҡ кәртәһе, ә Трамвай, Рәсәй, Степан Кувыкин урамдарында йәйәүлеләр кәртәһе ҡуйыла. Башҡортостандың баш ҡалаһында милли проект сиктәрендә алты яңы фото-видеотеркәү камералары, ә 11 объектта яҡтыртҡыстар урынлаштырыла.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты программаһы буйынса норматив талаптарға тап килгән Өфө юлдарының өлөшө 2024 йылға 86,5% етергә тейеш. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, бөтәһе 40 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын һәм 74,4 саҡрым урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика