12:25 (UTC+5), 01 Апреля 2019

Республикала һөт кухняларын тергеҙәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфөләге һөт кухняларының эш тәжрибәһе Башҡортостандың башҡа ҡалаларына таратыла. Әле республикала 3 йәшкәсә 150 меңдән ашыу бала йәшәй. Улар экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы һөт ризыҡтарына мохтаж. Өфөлә һөт кухняһы продукцияһына һорау бар. Ҡала бюджетының уның тотоу өсөн сығымы яҡынса 19 миллион һум тәшкил итә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе тәьмин итеүҙән тыш, һөт кухняһы продукцияһы ирекле һатыуҙа ла бар. Уҙған йылда Диеталы һәм балалар туҡланыуы үҙәгенең һөт аҙыҡтарын һатыуҙан тауар әйләнеше 51 миллион һум тәшкил иткән.
1 июлдә Стәрлетамаҡта ла һөт фабрика-кухняһы эшләй башлай. Производство заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өс етештереү цехын үҙ эсенә ала.
Тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә һөт фабрика-кухняһы 15 төр тәбиғи ризыҡ, айына 1,5 миллиондан ашыу порция сығарырға тейеш. Шул рәүешле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә 1 400 самаһы сабыйҙы һәм коммерция нигеҙендә 11 меңдән күберәк баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү күҙаллана. Проектҡа Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары ла инә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 19 миллион һум бүленгән. Аҡса ҡорамалдар, продукцияны ташыу өсөн транспорт һатып алыуға, капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан Башлығының эштәр идарасыһы кәңәшсеһе Алексей Гусев хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә киләсәктә Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа һәм Белоретта ошондай кухнялар асырға ниәтләүҙәрен белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һөт кухняларын баҙарға сығарыу сараларын өйрәнергә ҡушты. Шулай уҡ әсәләргә заказ биргән һөт аҙыҡтарын биреү пункттарынан ваҡытында барып алыу мөмкинлеге булһын өсөн уңайлы бүлеү системаһын да булдырырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика