05:23 (UTC+5), 29 Марта 2019

Һөт һатыу һәм һарыҡсылыҡ фермаһын төҙөү: Учалы районы тәүге «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе

uchaly.bashkortostan.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Учалы районында 28 мартта хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғиләжетдинов Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткән муниципаль «Инвестиция сәғәте» форматында эшҡыуарҙар менән тәүге осрашыу уҙғарҙы. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ике инвестиция проекты ҡаралды.
«Учалы һөтө» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Лилиә Ғәлиәхмәтова етештерелгән продукцияны һатыуҙың өҫтәмә нөктәләрен булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан проект менән таныштырҙы. «Учалы һөтө» төбәктә кооперативтың 10 ағзаһын берләштергән тәүге һөт кооперативтары-эшкәртеүселәренең береһе булып тора, улар араһында райондың фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары, шулай уҡ «Учалы квасы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бар. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кооператив етештергән продукцияны һатыуҙың өҫтәмә каналдарын асыу мәсьәләһен тикшерҙе.
Икенсе «РегионДело» йәмғиәте проекты Оҙонгүл ауылында һарыҡсылыҡ фермаһын төҙөүгә ҡағыла. Инвестор Миндәк ауыл советы биләмәһендә ер участкаһын алыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һораны.
«Районға инвестициялар йәлеп итеү һәр ваҡыт перспективалы эш йүнәлеше булды. Инвестициялар менән яңы эш урындары булдырыла, булған ресурстар әйләнешкә йәлеп ителә, ҡаҙнаға өҫтәмә һалымдар инә, — тине Руслан Ғиләжетдинов. — Бөгөн ҡыҙыҡлы һәм перспективалы проекттарҙы тикшерҙек, яуаплы кешеләргә инвесторҙарға кәрәкле документтарҙы тултырыуҙа ла, финанс ярҙамын алыу мәсьәләләрендә лә булышлыҡ итеү бурысы йөкмәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика