07:59 (UTC+5), 29 Марта 2019

Республикала ташҡынды 14 пилотһыҙ осоу аппараты менән күҙәтәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан ташҡынды күҙәтеү өсөн 14 пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланыу ҡаралған. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 659 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты 160 мең кешене ҡабул итергә әҙер. Һыу баҫыу хәүефе янаған урында үҙәкләштерелгән системалар, радиотрансляция һәм телетапшырыу, смс-хәбәрҙәр ярҙамында хәбәр итеү күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин етәкселегендәге кәңәшмәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов һөйләне.
«Оператив һәм комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү Башҡортостан ярҙамсы системаһының 12 меңдән ашыу кешенән һәм 3 мең берәмек техниканан торған төркөмө әҙер», — тине баш ҡотҡарыусы.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә көслө ташҡын фаразланмай. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм түбәнерәк тә булыр тип көтөлә.
«Һай һыуҙа ла кешеләргә ярҙам талап ителгән хәлдең булыуы ихтимал. Хөрмәтле коллегалар, властың бөтә структуралары менән тығыҙ эш итеүегеҙҙе, ташҡын осоронда һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе һорайым», — тип мөрәжәғәт итте Михаил Закомалдин кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика