10:31 (UTC+5), 28 Марта 2019

Республикала йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум бүленә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙары быйыл йылҡысылыҡты үҫтереүгә «2018-2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә республика бюджетынан 100 миллион һум самаһы аҡса алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан. Бынан тыш, «Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» федераль программаһы аҡсаһын да ошо маҡсатта файҙаланырға була. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 1,057 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 2019 йылға — 344 миллион, 2020 йылға — 427,7 миллион һум.
Дәүләт ярҙамы селекцияға сығым өлөшөн ҡаплауға субсидия рәүешендә, шулай уҡ йылҡысылыҡ предприятиелары һәм ипподромдар проекттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡ программаларында ҡатнашыу өсөн бирелә.
Башҡортостан илдә аттар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Ҡымыҙҙы тулайым етештереү күләмендә төбәктең өлөшө 45% тәшкил итә. Йылҡыларҙың күбеһе — Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121,5 мең ат иҫәпләнгән, алдағы ике йылға бурыс — йылҡы иҫәбен меңгә арттырыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика