04:27 (UTC+5), 27 Марта 2019

Башҡортостанда «Сүп-сар реформаһы»: контейнерҙар етмәй, халыҡ түләүгә бәйле хәлгә төшөнә алмай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төбәк операторҙары сүп-сар контейнерҙары һәм уларға майҙансыҡтар етмәүгә зарлана. Контейнерҙар ҡуйғанда ла бәхәстәр тыуа. Халыҡ сүп-сар йыйыу өсөн майҙансыҡтың йорт эргәһендә булыуын теләмәй, ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн дә йыраҡҡа йөрөүҙән баш тарта. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағы реформаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ошо мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы. Сара «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙҙы.
Башҡортостандың экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, Башҡортостан биләмәһендә 14 мең контейнер майҙансығы әҙерләнгән, 25 мең контейнер ҡуйылған. Ләкин был ғына етмәй. Тағы ла шунса ҡуйырға, ә төҙөлөш һәм ҙур габаритлы сүп-сар өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөргә кәрәк. Әммә контейнерҙарҙы кем һәм ниндәй бюджет һатып алырға тейеш — был һорау ҙа асыҡ ҡала.
Яңы йорттарҙа хәл бик ҡатмарлы: төҙөлөш тамамланмаһа ла, файҙаланыуға тапшырылған фатирҙар бар. Ә идара итеүсе компаниялар уларҙы хеҙмәтләндерергә риза түгел. Онлайн-режимда проблемаларҙы тикшереүгә «Берҙәм Рәсәй»ҙең республика район-ҡалаларындағы бүлексәләре ҡушылды. Халыҡ власть вәкилдәренә һәм төбәк операторҙарына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Төп мәсьәләләр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм сығарыу өсөн түләүҙәргә ҡағылды.
«Таҙа ил» партия проектының Башҡортостандағы координаторы Әлфәрис Байсурин һүҙҙәренсә, түләүселәрҙең мәғлүмәттәр базаһы иҫке булыуы сәбәпле ошондай ризаһыҙлыҡтар тыуа. Шуға хәҙер Росреестр һәм Федераль миграция хеҙмәте идаралығы менән берлектә дөрөҫ база әҙерләү бурысы ҡуйылған.
Дәүләт Думаһы Павел Качкаев бөтә һорауҙарҙы тикшерергә һәм закон сығарыу башланғыстарын әҙерләргә кәрәклеген билдәләне. Халыҡтың мөрәжәғәттәре эш режимында ҡабул ителә.
Партияның төбәк йәмәғәт ҡабул итеү етәксеһе, Башҡортостан парламенты вице-спикеры Эльвира Айытҡолова төбәк операторҙарына граждандарҙы ҡабул итеү өсөн «Берҙәм Рәсәй» майҙансығын файҙаланырға тәҡдим итте.
Башҡортостанда «сүп-сар реформаһы»ның башланыуына арналған түңәрәк өҫтәлдә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре апрель башында Башҡортостанда сүп-сар коллапсы барлыҡҡа килеү ихтималлығын белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика