07:31 (UTC+5), 26 Марта 2019

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһын төҙөү 2,1 миллиард һумға төшә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Өфөлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы консультация поликлиникаһының яңы корпусын төҙөү проекты менән таныштырҙылар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әлеге бинаның 1960 йылдарҙа һалыныуын, ул саҡта унда ятаҡ булыуын билдәләне. Көн һайын 75 табип ҡабул итә, уларға 1200-ҙән ашыу пациент килә.
«Бина ныҡ иҫкергән, заманса санитар-эпидемилогик талаптарға тап килмәй, пациенттар өсөн лифттар юҡ. Сменаһына 1500 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән яңы корпус төҙөргә кәрәк», — тине Забелин.
Бинаның проекты килешелгән. Төҙөлөш 2,1 миллиард һумға төшә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ағымдағы йылда поликлиниканың яңы корпусын һала башларға ҡушты. Ләкин төҙөлөш ваҡытында пациенттар ағымын бүлеү мәсьәләһен иҫәпкә алыуҙы һораны, сөнки бында тотош республика халҡы хеҙмәтләндерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика