07:26 (UTC+5), 25 Марта 2019

Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһының боҙҙан әрселеүе 2-8 апрелдә көтөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейндарының боҙҙан уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 2-3 көнгә иртәрәк әрселеүе көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта йылғалар — 12-15 апрелдә, далала — апрелдең тәүге декадаһында, тауҙарҙа — 6-15 апрелдә, Урал аръяғында 6-11 апрелдә асыла. Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһында боҙ китеүе 2-8 апрелдә көтөлә. Хөкүмәттеге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һөйләүенсә, йылғаларҙың максиаль кимәле уртаса күп йыллыҡ кимәлдә йәки 100 сантиметрға кәмерәк булыуы көтөлә.
«Ҡар япмаһында һыу запасы норманан түбән, Урал аръяғында ғына был күрһәткес — норманан 43 процентҡа, Сибайҙа 36 процентҡа юғары. Оҙайлы фараздарға килгәндә, Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, апрелдән сентябргә тиклем температура режимының уртаса күп йыллыҡҡа яҡын булыуы көтөлә, яуым-төшөм дә нормаға яҡын, июлдә генә күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән артып китә», — тип билдәләне Вилора Горохольская.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика