09:13 (UTC+5), 25 Марта 2019

Башҡортостанда газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында машина ҡалдырып киткән өсөн штраф 1-2 мең һум тәшкил итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып китергә яратҡан водителдәрҙе 1-2 мең һум күләмендә штраф көтә. Вазифалы кешеләр өсөн штрафтың суммаһы — 5-10 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 20-30 мең һум тәшкил итә. Ҡабаттан боҙған өсөн штраф күпкә арттырыла: граждандар өсөн — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн — 15-20 мең, юридик берәмектәр өсөн — 35-50 мең.
28 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары үҙҙәренең сираттағы пленар ултырышында республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Газондарҙа, сәскәлектәрҙә, башҡа йәшелләндерелгән биләмәләрҙә, балалар, спорт майҙансыҡтарында транспортты ҡалдырып киткән, шулай уҡ ошо биләмәләр буйлап үткән өсөн яуаплылыҡ билдәләнә.
«Газондағы парковка проблемаһы тәүге йыл ғына тикшерелмәй. Был — халыҡтың да, власть органдарының да ризаһыҙлығын тыуҙырған ҙур етешһеҙлек. Төрлө кимәлдәге депутаттарға һайлаусыларҙан ялыуҙар йыш килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем ғәмәлдә булған закондар ғәйеплеләрҙе һөҙөмтәле язаға тарттыра алманы. Штрафтар судта ҡаралып кире ҡағылды, закон боҙоусылар яуаплылыҡтан ҡасты. Проблема федераль һәм республика ҡануниәтендә газон төшөнсәһенең нығытылмауына бәйле ине. Хәҙер республика парламентарийҙарына күптән борсоған темаға нөктә ҡуйырға кәрәк. Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән закон әҙерләнгән», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
http://www.bashinform.ru/news/1288946-v-bashkirii-shtrafy-za-parkovku-na-gazonakh-i-detskikh-ploshchadkakh-sostavyat-ot-1-do-2-tys-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика