10:07 (UTC+5), 22 Марта 2019

Республикала чиновниктарҙың уртаса эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда чиновниктарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 2018 йылда 57 099 һум тәшкил иткән. Муниципалитеттарҙа саҡ ҡына аҙыраҡ — 42 429 һум. Ошо уҡ ваҡытта республикала халыҡтың уртаса эш хаҡы 38 637 һум булған. Был мәғлүмәттәрҙе Росстат белгестәре иғлан итте.
Һуңғы йылда башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре — 20,5%, урындағы үҙидара чиновниктары — 23,6%, ә ябай граждандар 11,1% күберәк ала башлаған.
Федераль башҡарма власть органдарының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре [республиканың Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, Роспотребнадзор һәм башҡалар — ред. иҫкәрмәһе] уртаса 43 821 һум ала. Был 2017 йылға ҡарағанда 14,8% күберәк.
Шулай уҡ статистар былтыр Башҡортостандың барлыҡ органдарында һәм ойошмаларында штаттың тулы булмауы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика хөкүмәте һәм башҡа башҡарма власть органдарында — 3701 кеше (94%), территориаль идаралыҡтарҙа — 8081 (92,7%), муниципаль берәмектәрҙә 7 422 хеҙмәткәр (97,4%) иҫәпләнгән.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең төбәк кимәлендәге дәүләт органдарында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаһында — 691,8 мең, ә муниципаль хеҙмәт вазифаһында 299,8 мең кеше эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика