06:01 (UTC+5), 21 Марта 2019

Республикала Саҡмағош һөт заводы бөлгөнлөк хәүефенән ҡотолдо

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең «Саҡмағош һөт заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен банкрот тип таныу тураһында ғаризаһын ҡараманы — компания бурыстарын түләп бөттө, тиелә суд ҡарарында. Федераль һалым хеҙмәтенең 30-сы район-ара инспекцияһы февралдә 54 миллион һумға яҡын дәғүә талаптары суммаһы менән арбитражға мөрәжәғәт иткәйне.
«Край курая» бренды аҫтында продукция сығарған «Саҡмағош һөт заводы» «Башмилк» агрохолдингына инә. Агрохолдинг Баҡалы районы биләмәһендә 10 мең башҡа тауар-һөт фермаһын төҙөү тураһында республика менән инвестиция килешеүе төҙөгән. Инвестицияларҙың яҡынса күләме — 9-12 миллиард һум, яңы эш урындары — 300, проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2020-2022 йылдар.
2011-2015 йылдарҙа һөт заводында 620 миллион һумға производствоны яңыртыу буйынса инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика