11:45 (UTC+5), 21 Марта 2019

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡалаларында эшләү өсөн табиптарға ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика ҡалалары дауаханаларына эшкә барыусылар өсөн матди дәртләндереү сараларын уйларға ҡушты. 21 мартта Хөкүмәттә уҙған «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, медиктар ауылға эшкә ҡайтҡан табиптар өсөн саралар күрергә кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте, һәм улар күрелә. Башҡортостан ҡалаларында эшләү өсөн бындай программалар юҡ, ә поликлинкаларҙа һәм дауаханаларҙа белгестәрҙең етешмәүе унда ла һиҙелә.
Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелиндан яҡын арала медицина кадрҙарына бәйле хәл тураһында мәғлүмәт еткереүен һораны.
«Урындарҙа табиптар менән тәьмин итеү – күп көс талап иткән, даими, яуаплы хеҙмәт. Башлыҡ кадрҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнгән ерҙә проблемалар хәл ителә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика