Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Март 2019, 09:27

Башҡортостанда федераль трассаларҙың һыу баҫа торған участкалары аталды

«Урал буйы» юл идаралығы
«Урал буйы» юл идаралығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федераль трассаларҙың һыубаҫар участкаларында ташҡын һыуҙарын хәүефһеҙ үткәреү өсөн контроль билдәләнде, тип хәбәр иттеләр «Урал буйы» юл идаралығында. Бындай участкалар республикала бер нисә.
М7 трассаһында — Яманһаҙ һәм Сәрмәсән, М5-тә — Ыҡ, Ағиҙел, Дим, Эҫем, Өршәк, Р-240 трассаһында Ашҡаҙар, Юшатыр, Әбей үлгән, Һалмыш йылғалары күперҙәре.
Трассаларҙы хеҙмәтләндергән подряд ойошмалары һыу үткәргес торбаларҙы, һыу бүлгес улаҡтарҙы, күпер таяуҙарын таҙартырға тейеш. Авария бригадалары ойошторолған, техника һәм түшәү өсөн материалдар запасы әҙерләнгән.
Читайте нас: