08:32 (UTC+5), 20 Марта 2019

Башҡортостанда беренсе бала өсөн түләүгә 500 миллион һумдан ашыу бүленде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе бала өсөн түләүгә 523 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. 2019 йылдың июненә тиклем документтарын тапшырған ғаиләләр бер тапҡыр бирелә торған матдия ярҙам алыуға хоҡуҡлы.
«Аҡса алыуға сират документтар тапшырылған датанан сығып күсә бара, — тип билдәләнеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. — Документтар ҡабул итеү һәм таныҡлыҡтар биреү менән Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы шөғөлләнә».
Бынан алда «Башинформ» республикала тәүге балалары донъяға килгән ата-әсәгә 300 мең һум күләмендә социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйылыуын хәбәр иткәйне. Балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған һәм программала ваҡытында ҡатнашҡан ғаиләләр генә ошондай ярҙамға дәғүә итә ала. Ата-әсәнең бала тыуғандан һуң ғариза биреү өсөн алты ай ваҡыты бар. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты әлеге мәлгә 2764 сертификат тапшырған. Программала 7300-ҙән ашыу йәш ғаилә ҡатнаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика