08:36 (UTC+5), 18 Марта 2019

Радий Хәбиров республиканың һәр муниципалитетында инвестиция сәғәттәрен үткәреү тәҡдимен индерҙе

Кушнаренко районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең һәр муниципалитетында аҙна һайын инвестиция сәғәттәрен үткәрергә тәҡдим итте. Хөкүмәт структуралары кимәлендә инвесторҙар менән «Инвестиция сәғәте» форматындағы осрашыуҙар былтыр ноябрҙән алып уҙғарыла. Инвестициялар йәлеп итеү — уларҙың мөһим эш йүнәлештәренең береһе.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, хәҙер муниципалитеттарҙа ла был эште тәртипкә һалырға ваҡыт етте.
«Күҙгә күренеп торған етешһеҙлек — муниципалитеттарҙың бизнес менән мотивация бәйләнешенең көсһөҙ булыуы. Беҙгә ошо бәйләнеште тәьмин итеү өсөн ҡаты регламент булдырыу мөһим. Һәр кесаҙна иртәнге сәғәт 11-ҙә мунициапаль берәмектә инвесторҙар һәм райондың бизнес вәкилдәре менән инвестиция сәғәтен үткәрергә кәрәк. Тәүге ултырыштар был аҙнала ойошторолорға, уларҙа тәжрибә алмашыу өсөн республиканың «Инвестиция сәғәте» вәкилдәре ҡатнашырға тейеш. Инвестиция сәғәте йөкләмәләр теркәлгән протокол ҡабул итеү менән тамамланырға тейеш. Бының менән беҙ ике бурысты хәл итәбеҙ: һеҙҙе эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтабыҙ һәм бизнес өсөн шарттар булдырабыҙ. Бөтә хакимиәт башлыҡтарынан ер, мөлкәт, ойоштороу ресурстарын асыуҙарын һорайым», — тине Радий Хәбиров.
Беренсе муниципаль «Инвестиция сәғәте» 14 мартта Кушнаренко ауылында уҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика