07:52 (UTC+5), 15 Марта 2019

Республиканың 2019 йылға бюджеты 12,5 миллиард һумға арта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың 2019 йылға бюджетының килем өлөшө 12,5 миллиард һумға арта. Был ағымдағы йылда һалым һәм һалым булмаған килем кереме планының — 3,83 миллиард һумға, шулай уҡ федераль ҡаҙнанан кире ҡайтарылмай торған керем күләменең — 8,47 миллиардҡа, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 283 миллион һумға артыуына бәйле. Республика бюджетына үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышының алдағы пленар ултырышында ҡарала. Бөгөн республика парламентының бюджет комитеты документты хупланы.
Бюджеттың килем өлөшө менән бергә сығымын да арттырыу күҙаллана. Ул 19,2 миллиард һумға арта.
«Өҫтәмә аҡсаны коммуналь техника һатып алыуға, республиканың 100 йыллығына объекттар төҙөүҙе тамамлауға, граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереүгә, Башҡортостан Юл фондының сығым күләмен арттырыуға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, социаль өлкәгә, иҡтисадтың реаль секторына булышлыҡ итеүгә йүнәлтеү ҡаралған», — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Үҙгәрештәр индергәндән һуң республика бюджетының ағымдағы йылға төп параметрҙары түбәндәгесә була: килем — 188,17 миллиард һум, сығым — 214,84 миллиард, дефицит — 26,67 миллиард һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика