04:30 (UTC+5), 15 Марта 2019

Радий Хәбиров: Үҙебеҙҙең файҙалы һәм тәмле ризыҡтарҙы пропагандалау йәһәтенән эшләп еткермәйбеҙ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Беҙгә Башҡортостанда етештерелгән файҙалы, тәмле аҙыҡ-түлекте пропагандалау етмәй. Өфөлә «АгроКомплекс» 29-сы халыҡ-ара күргәҙмәһен ҡараған саҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо турала әйтте. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, уны Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтары һәм фермерҙарының продукцияһы ҡуйылған экспозициялар хайран ҡалдырған.
«Әлбиттә, илебеҙҙә электән килгән проблема бар — етештереүселәрҙең һәм сауҙа селтәрҙәренең үҙ-ара эш итеүе. Ауыл хужалығы министрына республикабыҙ селтәрҙәре менән һөҙөмтәле эш алып барыу һәм үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте федераль селтәрҙәргә әүҙемерәк индереү бурысын йөкмәттем.Унда әлегә эшләп еткермәйбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығының һорауына яуап биреп.
Төбәк етәксеһе «ВДНХ-Экспо» алдындағы майҙанға ҡуйылған ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡарап сыҡты. Атап әйткәндә, «Муромец» етештереү берекмәһе директоры Раян Хәсәнов (Стәрлетамаҡта «Инмаш» технопаркы резиденттарының береһе) үҙенең төп конкуренттарынан 35-40% арзаныраҡ булған халыҡ комбайнын сығарыу менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров предприятие етәксеһен киләһе кесаҙнаға «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙы. Стәрлетамаҡтың «Ригмаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре лә шундай саҡырыуға лайыҡ булды.
Башҡортостан етәксеһенә Өфөлә етештерелә башлаған һауынсы-роботтарҙы ла күрһәттеләр. «Промцентр» индустриаль паркы биләмәһендә һауынсы-роботтар йыйыу менән Голландияның Lely Astronaut A5 компанияһы вәкиле — «Роботекс» предприятиеһы шөғөлләнә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, республикала өлөшләтә йыйылған һауынсы-роботтарға тәүгеләрҙән булып Әбйәлил районының «Ҡыҙыл Башҡортостан» хужалығы заказ биргән. «Ҡыҙыл Башҡортостан»дың инвестиция проектының дөйөм хаҡы — 420 миллион һум самаһы. Шуның 150 миллион һумы предприятиеға бюджеттан субсидия рәүешендә бүленә.
«Агрокомплекс» күргәҙмәһендә Радий Хәбиров Өфөгә Агросәнәғәт форумында һәм күргәҙмәлә ҡатнашырға килгән Австрия һәм Чехия компаниялары вәкилдәре менән аралашты.
«Беҙ улар яғынан беҙҙең ауыл хужалығына инвестициялар булһын өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов менән Радий Хәбиров Башҡортостан агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙе, ә икенсе ҡатта ауыл хужалығы кооперативтарының һәм фермерҙарҙың экспозицияларын ҡараны, уларҙың ниндәй дәүләт ярҙамы алыуҙары, продукцияларын нисек һәм ҡайҙа һатыуҙары менән ҡыҙыҡһынды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика