Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2019, 17:18
Төбәктә инфляция йыл башынан 1,4% тәшкил иткән
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың февралендә республикала инфляция – 0,5%, ә йыл башынан 1,4% тәшкил иткән.
Белгестәр билдәләүенсә, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ҡулланыу хаҡтары индексы түбәнерәк булған. Атап әйткәндә, аҙыҡ-түлек тауарҙары – 1,8%, ризыҡ булмаған тауарҙар 1,3% артҡан, хеҙмәттәр 0,9% ҡиммәтләнгән.
Шуға ярашлы үҫеш, 2018 йылдың феврале менән сағыштырғанда, уртаса 0,8%, 0,3% һәм 0,02% тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1284767-v-bashkirii-inflyatsiya-s-nachala-goda-sostavila-1-4/
Теги:
инфляция
башҡортостанстат
Читайте нас: