11:06 (UTC+5), 14 Март 2019

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә субсидиялар иҫәпләүҙең яңы стандарттары раҫланды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте субсидиялар һәм компенсациялар иҫәпләү өсөн нигеҙ булып торған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының яңы стандарттарын раҫланы. Льготалар менән файҙаланыусылар өсөн яңынан иҫәпләү апрелдә башҡарыла, бының өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.
Ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙың максималь рөхсәт ителгән өлөшө килемдән 13% тәшкил итә (15% ине); 70 йәштән өлкән яңғыҙҙар өсөн — 16% (18% ине); яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән өлкән ир-аттар һәм 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 18%; граждандарҙың башҡа категориялары өсөн — 20%.
«Мәҫәлән, әгәр кешенең айлыҡ килеме (бөтә түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы иҫәпкә алып) — 20 мең һум, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү 4,1 мең һум (20% күберәк) тәшкил итә икән, ул субсидияға хоҡуҡлы. 20 мең һум килем алған, ләкин 2,7 мең квартплата түләгән күп балалы әсә йәки яңғыҙы ғына балалар тәрбиәләгән ҡатын да ошондай хоҡуҡҡа эйә», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика