08:32 (UTC+5), 14 Марта 2019

Башҡортостанда өлкән кластарҙа уҡыған етем балалар финанс яҡтан яҡлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда опекун ғаиләләрендә тәрбиәләнгән өлкән класс уҡыусылары финанс яҡтан яҡлана. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереп, опекундарҙың етем балалар мәктәпте тамамлағанға тиклем пособие алыуға хоҡуғын нығытҡан тейешле закон ҡабул итте.
«Закон етем балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә ҡарата социаль ғәҙеллек билдәләй, – тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. – Һүҙ, атап әйткәндә, ошондай ғаиләләргә ай һайын түләнергә тейешле аҡса тураһында бара. Әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған ҡануниәткә ярашлы, әгәр 18 йәше тулған бала мәктәптә уҡый икән, был аҡса ағымдағы уҡыу йылы тамамланғансы түләнә. Ләкин етем балаларҙың унынсы класта уҡығанда уҡ бәлиғ булыу осраҡтары бар, өҫтәүенә хәҙер мәктәптә белем биреү 10 йыл урынына 11 йыл дауам итә. Шуға ярашлы, бала ун беренсе класҡа еткәс, бындай ғаиләләр пособиеға хоҡуғын юғалта. Яңы закондың көсөнә инеүе ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә тейеш. Аҡса бала мәктәпте тамамлағансы түләнә».
Депутаттар ҡабул иткән законға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған һәм ул рәсми баҫылып сыҡҡан. Закон 18 марттан үҙ көсөнә инә.
Константин Толкачев билдәләүенсә, опекундарға һәм попечителдәргә аҡса ғариза яҙыу тәртибендә бирелә. Түләүҙең суммаһы даими индексациялана. Әлеге ваҡытта ул, район коэффициентын иҫәпкә алып, өс йәшкәсә балаға 6 350 һум һәм өс йәштән өлкән балаға 6 106 һум күләмендә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика