05:23 (UTC+5), 14 Марта 2019

Башҡортостанда «Ар ташы» ял базаһын һатыуға ҡуйҙылар

Скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Белорет районындағы «Ар ташы» ял базаһы һатыуға ҡуйылған. «Юла» сайтында иғлан бирелгән. Мәғлүмәткә ярашлы, актив 100 миллион һумға баһалана.
«Ерҙең дөйөм майҙаны — 110 850 квадрат метр. Торлаҡ корпусының дөйөм майҙаны 1397 квадрат метр тәшкил итә (95 номер). Коттедждар майҙаны —1121 квадрат метр (38 номер). Урындар һаны — 214, төҙөлөш һәм номер фондын арттырыу өсөн мөмкинлектәр етерлек», — тип ял базаһының ошо һәм башҡа үҙенсәлектәре тураһында яҙған һатыусы.
Шулай уҡ бизнесты һатыу сәбәптәре күрһәтелгән. Эшҡыуар үҙенең төп эшмәкәрлегенең башҡа тармаҡҡа бәйле булыуына һәм объектты үҫтерергә ваҡыты ҡалмауына һылтанған.
«Һатыуҙан тыш, ял базаһына берлектә идара итеүҙә һәм уны үҫтереүҙә өлөшләтә ҡатнашыу варианттарын да ҡарарға әҙермен», — тип билдәләнә иғланда.
Kartoteka.ru мәғлүмәттәре буйынса, әлеге көндә «Ар ташы» ял базаһына эшҡыуар Александр Работяев хужа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика