11:01 (UTC+5), 13 Марта 2019

Валентина Матвиенко Башҡортостандың 100 йыллығына арналған күргәҙмәне ҡараны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәскәүҙә 12 һәм 13 мартта Федерация Советында Башҡортостан көндәрен уҙғарыу барышында махсус ойошторолған күргәҙмәлә республиканың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы уҙҙы.
Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн күргәҙмәне ҡарап сыҡты.
Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған күргәҙмәнең стендтары тулыһынса Башҡортостандың тарихына һәм ҡаҙаныштарына бағышланған, тип белдерҙе «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов.
«Беренсе совет автономияһының ойошторолоуын, тәүге башҡорт нефтен асыуҙы, республиканың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә индергән өлөшөн, һуғыштан һуңғы йылдарҙы сағылдырған тарихи фотолар, шулай уҡ хәҙерге Башҡортостан, уның ҡаҙаныштары һәм артабанғы үҫеше — быларҙың барыһы ла беҙҙең күргәҙмәлә сағылыш тапты», — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, төбәктең социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырғанда инвестиция блогына, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен, индустриаль парктар булдырыуға, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға, Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм алдағы йылдарҙа үткәрелергә тейешле халыҡ-ара кимәлдәге сараларға ҙур иғтибар бүленде. Һүҙ тәү сиратта Бөтә донъя фольклориадаһын һәм Апимондияны уҙғарыу хаҡында бара.
Бынан тыш, экспозицияның бер өлөшө республиканың агросәнәғәт комплексын артабан үҫтереүгә һәм «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» брендына арналған.
«Беҙ күргәҙмәлә республикабыҙҙың үткәнен, хәҙергеһен һәм киләсәген мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырырға тырыштыҡ һәм шуға өлгәштек тип уйлайбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Илшат Тажетдинов.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика