07:28 (UTC+5), 13 Марта 2019

Александр Рябов «Өфө электр транспорты»ның генераль директоры итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
12 мартта «Өфө электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы кредиторҙары йыйылышында бөлгөнлөккә төшкән предприятие урынына ойошторолған яңы «Өфө электр транспорты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры кандидатураһы өсөн тауыш биреү үтте. Ойошма етәксеһе вазифаһына Өфө электр транспорты идаралығының башҡарма директоры Александр Рябов һайланды. Уның өсөн ике тауыш бирелде, берәүһе – баш тартты [йыйылыштың протоколы редакцияла бар].
Шуны билдәләп үтәйек: яңы предприятиеның генераль директоры вазифаһына Рябов менән бергә баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Өфө электр транспорты идаралығының элекке генераль директоры Асҡар Фазлыев дәғүә итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек Өфө электр транспорты идаралығында бөлгөнлөк процедураһы башланды. Былтыр йәй предпритиела 18 айға тышҡы идара итеү индерелде: Аркадий Титов идарасы итеп тәғәйенләнде. Хәҙер конкурс кредиторҙарының «Өфө электр транспорты идаралығы»на талаптарының дөйөм суммаһы 618,9 миллион һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика