06:48 (UTC+5), 11 Марта 2019

Роскомснаббанктың физик берәмектәр алдында 18 миллиард һум бурысы бар

Яндекс. Панорамы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 7 мартта лицензияһыҙ ҡалған Роскомснаббанктың физик берәмектәргә – 18 миллиард һум, шәхси эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға 4 миллиард һум бурысы бар. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың Милли банкы рәйесе Марат Кашапов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, банк вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнаша, закон буйынса 1,4 миллион һумға тиклемге аҡсаны иң тәүҙә физик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡайтарырға тейеш.
Вкладтарҙы страховкалау агентлығы аҡсаны ҡайтарыу өсөн 14 мартҡа тиклем банк-агенттарҙы билдәләй. Алдан хәбәр ителгәнсә, түләүҙәр 21 марттан да һуңға ҡалмайынса башланырға тейеш. «Физик берәмектәр алдындағы бурыстың күбеһе тап страховка суммаһына эләгә», — тине Кашапов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика