Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Март 2019, 10:24
Республикала халыҡтың вкладтары арта
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала халыҡтың вкладтары буйынса ыңғай динамика һаҡлана, тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Милли банкта.
Әлеге ваҡытта төбәк халҡы банктарҙа 385,2 миллиард һум һаҡлай. 2018 йылда Башҡортостанда вкладтар күләме — 5,6%, Рәсәй буйынса уртаса 9,5% артҡан. Был халыҡтың банк депозиттарына ҡыҙыҡһыныуының һаҡланыуы тураһында һөйләй.
Уҙған йылдың сентябренән вкладтар буйынса процент ставкалары һумдарҙа арта башланы. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, уларҙың уртаса дәүмәле әле яҡынса 5,2% тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1282068-v-bashkirii-rastut-vklady-naseleniya/
Теги:
башҡортостандың милли банкы
халыҡтың вкладтары
Читайте нас: