13:23 (UTC+5), 07 Марта 2019

Башҡортостандың ҙур төбәк банкы – Роскомснаббанктың лицензияһы тартып алынды

Яндекс.Панорамы
Яндекс.Панорамы
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Үҙәк банкы 7 мартта Өфөләге «Роскомснаббанк»тың (элекке «Башкомснаббанк») лицензияһын тартып алды, тейешле документ Үҙәк банктың сайтында баҫылды. Бер үк ваҡытта Рәсәй банкы кредит ойошмаһының ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында һөнәри эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн лицензияһын ғәмәлдән сығарҙы.
Үҙәк банк белдереүенсә, «Роскомснаббанк» эшмәкәрлегендә етәкселектең намыҫһыҙ эш итеүе билдәләнгән. Кредит ойошмаһы клиент-юридик берәмек файҙаһына юғары процент ставкаһы менән физик берәмектәрҙән аҡса ҡабул иткән, аҙаҡтан улар бер нисә кампанияға займдар биреүгә йүнәлтелгән. Ошондай взностар буйынса физик берәмектәр алдындағы бурыс халыҡтан яңынан йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә ҡапланған. Был эшмәкәрлек агрессив төбәк реклама кампанияһы шарттарында алып барылған. Шулай уҡ Үҙәк банк төҙөлөш проекттарын кредитлау күләменең «Роскомснаббанк» капиталы күләменән 3 тапҡырҙан ашыуға артыуы тураһында хәбәр итә.
Бөгөн вкладтарҙы страховкалау агентлығы «Роскомснаббанк»ка ҡарата страховка осрағының башланыуы тураһында белдерҙе. Агентлыҡ банк клиенттарына түләүҙәрҙе 2019 йылдың 21 мартынан да һуңға ҡалмайынса күсерә башларға тейеш.
2017 йылдың аҙағында банк «Башкомснаббанк»тан «Роскомснаббанк» тип үҙгәртелде. kartoteka.ru сервисы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Роскомснаббанк» акцияларының 65,49% — шәхси ҡулдарҙа. Банк идараһы рәйесе— Флүр Ғәлләмов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика