08:31 (UTC+5), 06 Марта 2019

Башҡортостанда ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һум йүнәлтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан ихаталары» программаһын бойомға ашырыу өсөн 2019 йылда 1,7 миллиард һум йүнәлтелә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фейсбуктағы сәхифәһендә программа буйынса эштәрҙең башланыуы тураһында яҙҙы.
Программа берлектә финанслау принцибына нигеҙләнгән: аҡсаның 99% республика ҡаҙнаһынан бүленә, 1% – халыҡтыҡы.
«Ошо көндәрҙә беҙ «Башҡортостан ихаталары» программаһын ғәмәлгә ашыра башлайбыҙ. Эш халыҡ менән йыйылыштар үткәреүҙән башлана, улар пландарҙы раҫларға тейеш. Халыҡ башҡарылған эштәрҙең акттарына ҡул ҡуйғандан һуң ғына эш тамамлана. Коллегаларым бюджет аҡсаһын йәмәғәт тыңлауҙарынан тыш торлаҡ-коммуналь ихтыяжына тотонорға ярамағанын аңлағандарҙыр тип уйлайым», — тип билдәләне республика етәксеһе.
2019 йылдың йәйендә 480 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә, ә алдағы 5 йылда 2903 ихата яңыртыла.
«Балалар майҙансыҡтарына, резина япмаға, урналарға, эскәмйәләргә, стендтарға, видеокүҙәтеүгә, яҡтыртыуға, йәшелләндереүгә, парковка урындарына баҫым яһайбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Республикала ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрен 2019 йылдың 15 майында башлау һәм 31 августа тамамлау күҙаллана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика