12:42 (UTC+5), 05 Марта 2019

2019 йылда Башҡортостанда ниндәй юлдарҙы төҙөкләндереүҙәре билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ағымдағы йылда Башҡортостанда 241,9 саҡрым төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, быйыл төбәк трассалары һәм ҡала урамдарынан тыш, республиканың Юл фондынан аҡса бүленгән участкалар ҙа төҙөкләндерелә.
«Бюджет ҡануниәтенә ярашлы, һәр муниципалитеттың муниципаль юл фонды бар, уның иҫәбенә шулай уҡ урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлау эштәре башҡарыла», — тип аңлаттылар дәүләт комитетында.
Төҙөкләндерелергә тейешле юлдарҙың тулы исемлеге бында.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһын тормошҡа ашыра башлауҙары тураһында хәбәр иткәйне. Уның сиктәрендә һәр ауылда тиерлек төп урамға асфальт түшәлергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика