10:25 (UTC+5), 04 Март 2019

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә «Тыуған урам» программаһын ғәмәлгә ашыра башлауҙары хаҡында белдерҙе. Уның асылы шунда: һәр үҫешкән ауылда үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәлергә тейеш. «200 метр йәки 1,5 саҡрым булһынмы, ауылда йәшәүселәр яҙлы-көҙлө осорҙа үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн ул асфальт япмалы булырға тейеш. Йәй көнө лә, сөнки юлдағы туҙан кер киптерергә лә мөмкинлек бирмәй», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, «Тыуған урам» программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнергә һәм ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы сходтарҙа үҙҙәре хәл итергә тейеш. Программаның үтәлеше өсөн яуаплы итеп Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов тәғәйенләнде.
Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнбайыш ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар-кәңәшмәлә ошондай программа тураһында әйткәйне.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләүенсә, республикала бөтәһе 11 мең саҡрымдан ашыу автомобиль юлына ваҡ таш һибеп сығырға кәрәк. Шуның 8 меңдән ашыуы — урам-юл селтәре, 3000-е — инә торған юлдар. Бының өсөн 5,7 миллиард һум кәрәк. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ һәм Яңауыл райондарында ихтыяж ҙур.
Радий Хәбиров уларҙы юлдарға һибеү өсөн ҡом һәм ваҡ таш карьерҙарын бушлай файҙаланыу буйынса пилот райондар итеп эшләргә ҡушты. Юл ведомствоһы башлығы Башҡортостан етәксеһенән быйыл автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бюджеттан өҫтәмә 540 миллион һум (һәр районға 10 миллион һум) бүлеү тураһында мәсьәләне ҡарауын һораны. Был 1000 саҡрымдан ашыу автомобиль юлын төҙөкләндерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Радий Хәбиров хөкүмәткә ошо мәсьәләне тикшерергә һәм аҙна эсендә уға төҙәтмәләр индерергә ҡушты.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика