12:00 (UTC+5), 04 Марта 2019

Башҡортостандың эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәргә ҡарағанда белемлерәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәргә ҡарағанда белемлерәк һәм республика хеҙмәт ресурстарының яртыһын тиерлек тәшкил итә, тип хәбәр итә Башстат. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, төбәк иҡтисадында мәшғүлдәр составында ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө — 47%. Уртаса йәше – 40. Улар араһында юғары белемлеләр — 36% самаһы (ир-егеттәр – 23%), урта һөнәри белемлеләр — 49% (ир-егеттәр – 58%).
Ҡатын-ҡыҙҙар иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәрендә лә тиерлек ҡатнаша. Гүзәл зат хеҙмәте мәғариф (86%), һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр (85%) өлкәһендә, сауҙала, ҡунаҡханаларҙа һәм дөйөм туҡланыуҙа (68%) өҫтөнлөк итә.
Студенттарҙың да күпселек өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар: юғары уҡыу йорттарында ҡыҙҙарҙың һаны — 55%, урта махсус уҡыу йорттарында — 43%. Әле республикала аспиранттарҙың дөйөм һаны 1543 тәшкил итә, уларҙың 752-һе — (48%) ҡатын-ҡыҙҙар.
2018 йылда республикала 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәгән — бөтә халыҡтың 53%. Төбәктә йәмғеһе 4 миллион 51 мең кеше көн күрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика