07:40 (UTC+5), 04 Марта 2019

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын финанслау 2,5 тапҡырға арттырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2019 йылдан башлап республиканың торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын йыл һайын финанслау 2,5 тапҡырға арттырылды һәм 235,6 миллион һумға етте.
Ошо социаль әһәмиәтле программала ҡатнашыу өсөн бөтә сикләүҙәрҙе бөтөрөүгә бәйле ҡатнашыусылар һаны, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 10-11 мең кешегә етәсәк, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе — премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов.
2019 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәттәр буйынса, торлаҡ төҙөүгә аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар 4,1 мең кешенән күберәк ине. Уларҙың 1,8 меңдән ашыуы — республиканың муниципаль райондарында йәшәүселәр, 1,6 мең самаһы — өфөләр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2019 йылдың 1 мартынан ҡатнашыусылар өсөн сикләүҙәр бөтөрөлдө, хәҙер аҡса йыйыу ситемаһы күпкә ябайыраҡ.
Быға тиклем торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар, шулай уҡ балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр генә ҡатнаша ала ине.
«Торлаҡ» проекты сиктәрендә Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы республика алдына 2024 йылға һәр йыл һайын торлаҡты сафҡа индереү күләмен 3,7 миллион квадрат метрға тиклем арттырыу бурысын ҡуйҙы, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. — Льготалы ипотека программаһына ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ».
2014 йылдан республикала торлаҡ төҙөү өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың уртаһынан ошо ипотека-туплау программаһының тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға кредит ала башланы. Әлеге ваҡытҡа 1300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Программа шарттарына ярашлы, граждандар партнер банктарҙың береһендә (Һаҡлыҡ банкы, Уралсиб) 3-6 йылға вклад асалар. Ҡатнашыусының айлыҡ взносына республика бюджетынан взностың суммаһынан 30% тиклем күләмдә премия күсерелә. Бюджет премияһын иҫәпкә алып, вклад буйынса һөҙөмтәле процент ставкаһы йылына 20% етергә һәм юғарыраҡ булырға мөмкин. Был уртаса һәм уртасанан кәмерәк килем алған ғаиләләргә торлаҡ кредиты өсөн тәүге иғәнә йыйырға мөмкинлек бирә.
Аҡса йыйыу осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусылар йылына 6-7% менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.
Быйыл торлаҡ һалыу өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашҡан меңдән ашыу кеше Һаҡлыҡ банкында йылына 7 процент менән льготалы ипотека кредитын алырға тейеш. Киләһе йылдарҙа ипотека буйынса процент ставкаһы 6 процентҡа тиклем түбәнәйә, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттәге кәңәшмәлә.
«Ипотека кредиты буйынса процент ставкаһын йылына 5-5,5 процентҡа тиклем түбәнәйтеү — торлаҡ өсөн аҡса йыйыу программаһын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр иҫәбендә. Республика халҡы араһында ошо программаны популярлаштырыу өсөн киң мәғлүмәт кампанияһын да ойоштороу мөһим», — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика