08:09 (UTC+5), 01 Март 2019

Башҡортостанда фиброцемент плитәләр етештереү заводын төҙөү күҙаллана

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәтендә Күмертау хакимиәте, «Дасян-Стройматериалы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм республика Министрҙар кабинеты араһында ниәттәр тураһында өс яҡлы меморандумға ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, Күмертау йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә киләсәктә Ҡытай инвесторы — «Юаньянвэйли» Цзянси сауҙа-сәнәғәт компанияһы ҡатнашлығында фиброцемент плитәләр етештереү заводын төҙөү күҙаллана».
«Республикабыҙға әлеге продукция килтерелгәйне инде, был уға ихтыяж булыуын раҫланы, шуға күрә үҙебеҙҙә ошондай плитәләр етештереү Башҡортостан өсөн көнүҙәк», — тине республика хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов.
Проектҡа инвестициялар күләме яҡынса 2 миллиард һум булыр һәм 300 кешене эш урындары менән тәьмин итер тип көтөлә.
Бынан тыш, «Инвестиция сәғәте»ндә Яңауыл районында 2,5 мең баш малға һөт-тауар комплексын, Мәләүез районында мал салыу урынын һәм Ишембай районында органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү цехын төҙөү проекттарын ҡаранылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика