09:03 (UTC+5), 01 Марта 2019

Ҡариҙел районында экспортҡа пиломатериалдар етештереү цехын асалар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡариҙел районына эш сәфәре Александровка ауылында башланды. Бында экспорт сифатлы пиломатериалдар етештереү цехын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға әҙерләнәләр. Проект етәксеһе Рөстәм Хисмәтуллин һөйләүенсә, планлаштырылған инвестициялар күләме — 10 миллион һум. Цехта автоматлаштырылған механик линия һатып алғандан һуң 1000 кубометрға тиклем продукция етештереү күҙаллана. 2003 йылдан бында ағас әҙерләү предприятиеһы — «Нур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй.
«Беҙҙең продукция Өфө баҙарҙарына һәм төҙөлөш магазиндарына оҙатыла, Литва менән килешеү төҙөнөк. Улар беҙгә 500 мең һум тауар кредиты бүлде һәм тағы инвестиция итеп яҡынса 3-4 миллион һум бүлергә әҙер, Литва яғына башҡорт ағасының сифаты оҡшай», — тип һөйләне Рөстәм Хисмәтуллин.
Радий Хәбиров таҡтаны ҡайҙа киптереүҙәре һәм предприятиеларҙың йорт өсөн комплект әҙерләйме-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Инвестиция проекты етәксеһе һүҙҙәренсә, киптереү эше әлегә Өфөлә башҡарыла, улар бурсанан йорт өсөн комплекттар әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Майҙаны 80 квадрат метрлыҡ бер өй комплектының хаҡы яҡынса 250 мең һум тәшкил итә.
Бында Радий Хәбиров ағас эшкәртеү цехы эшселәре менән аралашты, эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
«Шарттарға зарланмайбыҙ, беҙҙең өсөн ятаҡ һалдылар, ашханабыҙ бар, айына 20 мең һум самаһы алабыҙ», — тип һөйләне эшселәр Башҡортостан етәксеһенә.
Пландарҙа — Яңы Бәрҙәш ауылында ошондай предпритие ойоштороу. Бөгөн Ҡариҙел ауылында Республика урман форумының пленар ултырышында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү өсөн техниканы субсидиялау мәсьәләләре тикшерелә, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе «Нур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте диләнкәһен дә ҡараны. Предприятие директоры Ҡәнифйән Хисмәтуллин йылына 20 мең кубометрҙан ашыу ағас әҙерләй алыуҙары хаҡында һөйләне. Ошонда уҡ республика етәксеһенән Яңы Бәрҙәш ауылында мәктәп төҙөү мөмкинлеген ҡарауын һоранылар. Һуңғы йылдарҙа бында балалар һаны арта, йәштәр күпләп ауылға йәшәргә ҡайта. Радий Хәбиров быйыл яңы мәктәпте проектлай башларға ҡушты.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика