08:07 (UTC+5), 27 Февраля 2019

Башҡортостан етәксеһе торлаҡ төҙөүгә аҡса туплау программаһында ҡатнашыу өсөн бөтә сикләүҙәрҙе алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда хәҙер теләгән һәр кем торлаҡ төҙөүгә аҡса туплау программаһы ярҙамында йылына 6% менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Ипотека» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республика хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһына үҙгәрештәр индерелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2019 йылдың 1 мартынан ҡатнашыусылар өсөн сикләүҙәр алынды.
Быға тиклем торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар, шулай уҡ балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр генә ҡатнаша ала ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдан Башҡортостанда торлаҡ төҙөү өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың уртаһынан ошо ипотека-туплау программаһының тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға кредит ала башланы. Әлеге ваҡытҡа 1300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Программа шарттары буйынса, граждандар партнер банктарҙың береһендә (Һаҡлыҡ банкы, Уралсиб) 3-6 йылға вклад асалар. Ҡатнашыусының айлыҡ взносына республика бюджетынан взностың суммаһынан 30% тиклем күләмдә премия күсерелә. Бюджет премияһын иҫәпкә алып, вклад буйынса һөҙөмтәле процент ставкаһы йылына 20% етергә һәм юғарыраҡ булырға мөмкин. Был уртаса һәм уртасанан кәмерәк килем алған ғаиләләргә торлаҡ кредиты өсөн тәүге иғәнә йыйырға мөмкинлек бирә.
Аҡса йыйыу осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусылар йылына 6-7% менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.
«Программа ярҙамында республика биләмәһендә фатир йәки башҡа торлаҡ һатып алырға, шулай уҡ йорт һалырға йәки шәхси торлаҡ өсөн ер участкаһы алырға мөмкин. Бынан тыш, аҡса бынан алда алынған ипотеканы ҡаплауға йүнәлтелергә мөмкин», — тип билдәләне Башҡортостандың Ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика