10:01 (UTC+5), 26 Февраля 2019

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең кеҫә телефоны номерын бирҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы төбәктең ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән осрашты.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әле сәнәғәтте үҫтереү өсөн шарттар һәйбәт, 2018 йылда республика сәнәғәт етештереүенең 3,4% артыуы ошо хаҡта һөйләй. Шул уҡ ваҡытта ул Рәсәй буйынса уртаса 2,9% тәшкил итте.
Традицион тармаҡтарҙы – нефть химияһын, оборона производствоһын үҫтереүҙән тыш, иғтибарҙы яңы үҫеш нөктәләренә йүнәлтергә кәрәк, тип һөйләне Радий Хәбиров. Мәҫәлән, «Ҡала кешеһе» троллейбус-электробусын етештереүгә. Яңыраҡ Өфөлә уның менән таныштырыу сараһы үтте. Троллейбус бөгөн ВДНХ комплексындағы форум күргәҙмәһенә лә ҡуйылған.
Әле Башҡортостан Хөкүмәте федераль үҙәк – Рәсәйҙең Сәнәғәт министрлығы менән бәйләнештәр булдыра, унда, Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанды «күрәләр», һәм республика сәнәғәтселәре власть яғынан уларҙың мәнфәғәтттәрен яҡлауға иҫәп тота ала.
«Индустриаль парктар булдырыу – республикала сәнәғәт етештереүен үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһе. Беҙ тап шуға баҫым яһарға уйлайбыҙ. Башҡортостанда башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда парктар күп булһа ла, улар барыбер етмәй. Республика Хөкүмәтендә сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Фәрит Ғилмановты ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнек», — тип һөйләне Радий Хәбиров.
Бынан тыш, республика власының ҙур сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара эш итеүенең яңы форматы – «Сәнәғәт сәғәте» барлыҡҡа килеүе йә иһә «Инвестиция сәғәте»нең форматы киңәйтелеүе ихтимал. Барлыҡ ошо саралар республикала бизнесты үҫтереүҙең «дөрөҫ мөхитен» булырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне Радий Хәбиров, бизнес менән үҙ-ара эш итеүҙең хоҡуҡи, административ аспекттарын күҙ уңында тотоп. Ул предприятие етәкселәренә ҡатмарлы һәм ашығыс мәсьәләләрҙе туранан-тура хәл итеү өсөн үҙенең кеҫә телефоны номерын яҙып алырға тәҡдим итте. «Һеҙ минең өсөн түгел, ә мин һеҙҙең өсөн», — тип белдерҙе республика етәксеһе сәнәғәтселәргә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика